24 йәшлек ҡатын балалар менән ҡаты мөғәлләмә итеүҙә ғәйепләнә. Ул приют тәрбиәләнеүселәренә ҡул күтәргән, яман һүҙҙәр менән әрләгән, балаларҙы бер-береһе менән талаштырып һуғыштырған. Был ҡылыҡтарын ул видеоға төшөрөп интернетҡа һалған.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Галин социаль приют хеҙмәткәре ҡылығына хоҡуҡи баһа бирелергә тейеш тип иҫәпләй.
#следком





