Һуңғы көндәрҙә Нефтекама күгендә шыйыҡ төтөн, һауала насар еҫ тороуы күптәрҙең башы ауыртыуы, күңел болғаныуына килтергән. Быға ҡала ситендә ятҡан сүп-сар полигонында янғын сығыуы сәбәпсе булған. Бер нисә гектар ерҙе биләгән майҙанға көнкүреш ҡалдыҡтары сорттарға бүленеп сығарыла.
Янғын ҙур габаритлы сүп-сар ятҡан яҡта сыҡҡан. Нефтекаманан Зилә Аҙнабаева телефон аша хәбәр итә.





