Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының береһе Октябрьский-Йәрмәкәй трассаһында булған. Машина юлдан ситкә төшкән, 16 йәшлек ике бала йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ишембай - Стәрлетамаҡ юлында иһә 33 йәшлек водитель 14 йәшлек велосипедсыны бәрҙергән, уға ла табиптар ярҙамы талап ителгән, тигән мәғлүмәттәр бирә республика автоинспекцияһы.





