Уҙған йәкшәмбе Кушнаренко районында 13 йәшлек малай мунса яҡҡан ваҡытта тиҙ тоҡаныусы шыйыҡса менә һаҡһыҙ ҡыланған, һөҙөмтәлә тәне бешкән. Уны Өфөләге 18-се дауаханаға һалғандар. Стәрлетамаҡта иһә 25 йәшлек иргә ярҙам күрһәтелгән.
Ул да тиҙ тоҡаныусы шыйыҡса арҡаһында йәрәхәттәр алған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.





