Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта "Башҡортостан биләмәһендә ойошмалар килеме буйынса инвестиция һалымдарын ҡайтарыуҙы ҡулланыу тураһындағы” закон проектын ҡараясаҡ. Документ предприятие -ойошмаларҙың республика ҡаҙнаһына тейешле һалымдарын кәметеү хоҡуғы бирергә тейеш. Был сара республика ойошмаларының инвестиция әүҙемлеген күтәреү, яңы эш урындары, инфраструктура булдырыу, сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелә.
Предприятиелар сығымдарының бер өлөшөн компенсациялай ала. Был коронавирус пандемияһының иҡтисадҡа кире йоғонто яһау шарттарында көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, тип билдәләй парламент спикеры Константин Толкачев.
#госсобраниерб





