«Родина» кинотеатры хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү һәм коммуналь сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидия бирелә. Ошо турала рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында бойороҡ донъя күрҙе. «Коронавирус буйынса юғары әҙерлек» тәртибенә ярашлы, кинотеатр 23 марттан эшләмәй.
«Родина» кинотеатры баш ҡалала 1953 йылда асыла. Ул урынлашҡан бина Рәсәй мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән.
#кинотеатр #коронавирус





