Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала коронавирус 2 мең 155 кешелә асыҡланған. Уҙған тәүлектә 94 осраҡ теркәлгән. Яҡут республикаһында эшләгән 47 вахтасыла коронавирус асыҡланған.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Бөгөн обсерваторҙа булған 206 кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Радий Хәбиров 65 йәштән өлкәндәр өсөн изоляция тәртибен ҡайтанан индереү тәҡдимен хупланы. Ул ошоға ярашлы указға ҡул ҡуйҙы. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына баҙарҙарҙы санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә тикшерергә ҡушылды. Мәктәп уҡыусылары дистанцион белем алыуын дауам итә. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 86 процент уҡыусылар өсөн онлайн дәрестәр үткәрелә. Был аҙнала башланғыс кластар өсөн уҡыу йылы тамамлана. Киләһе аҙнала 5-11 кластар каникулға сыға. Һуңғы ҡыңғырау байрамы быйыл онлайн ойошторола.

#хабиров #коронавирус

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ