Бөгөн иртән баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы торлаҡ йортта янғын сыҡты

Ваҡиға урынына ут һүндереүселәр һанаулы ына минуттар эсендә килеп етә. Улар килгәндә ут балконды ялмап алған һәм күп ҡатлы йорттоң етенсе ҡатынан ҡуйы төтөн сыҡҡан була.

Тиҙ генә янғын баҫҡысы ҡуйылып ҡотҡарыу эштәре башлана, ут эсенән 17 кеше, шул иҫәптән ике бала алып сығыла. Янғын менән көрәшкә 16 хеҙмәткәр һәм 7 берәмек техника йәлеп ителә. Әле ғәҙәттән тыш осраҡтың сәбәптәрен асыҡлау бара.    

Фото №1 - Бөгөн иртән баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы торлаҡ йортта янғын сыҡты

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ