Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаментының экс директоры «ҙур күләмдә мутлашыуға барыу» статьяһы буйынса суд алдына баҫасаҡ. Былтыр декабрь айында ул Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы фирмаға эш башҡарғаны өсөн түләүҙе тиҙләтеүгә 3 миллион һумлыҡ ришүәт алған. Ысынында уның министрлыҡ эшенә тәьҫир итеү мөмкинлеге булмаған.
Ришүәтте ҡулына төшөргәндән һуң хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 39 йәшлек Илнур Әбсәләмов ҡулға алынған. Енәйәт ҡылыуын таныған етәксе былтыр йыл аҙағында дәүләт эшенән үҙ теләге менән киткән. Енәйәт эше Өфөнөң Киров районы судында ҡараласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева.




