Йәғни халыҡ ураҙа ғәйетенә мәсеттәргә йыйылмаясаҡ. Был турала Республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров белдереүенсә, ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителгән. Оператив кәңәшмәлә изоляция режимы, иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау, ярҙам юлдары хаҡында ла һүҙ барҙы. Әйткәндәй, Хөкүмәт кәңәшмәһе лә хәҙер дистанцион рәүештә уҙа. Унда күтәрелгән төп темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Күмәк халыҡ ҡатнашлығында үткән ураҙа байрамы быйыл яңы форматта ойошторола. Әммә был мосолмандарҙың төп дини байрамдарының береһе үткәрелмәй тигәнде аңлатмай. Ғәйет намаҙы онлайн рәүештә уҙғарыла. Республика башлығы оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, сирҙән һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле алымы дистанция тотоу, һаҡланыу сараларын үтәү.
Ураҙа байрамы быйыл 24 майға, йәкшәмбе көнөнә тура килә. Ул рамаҙан айы тамамланғандан һуң Шәүүәл айының тәүге өс көнөндә билдәләнә. Мосолмандар был изге айҙы ун ике айҙың солтаны тип атай, сөнки тап ошо мәлдә мосолмандар рухи таҙарыныу кисерә, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тырыша. Дин әһелдәре әйтеүенсә, байрам онлайн форматта үтһә лә асылы үҙгәрмәй.
Радий Хәбиров өлкән йәштәгеләр өсөн үҙаллы изоляция режимын көсәйтергә лә ҡушты, Республика башлығы бөгөн ошо хаҡтағы указға ла ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы 65-тән өлкән йәштәге хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшләүгә күсереү ҡаралған. Урамға кисектергеһегеҙ йомош булғанда ғына сығырға мөмкин. Ошо уҡ талаптар хроник сирҙәре булған кешеләргә лә ҡағыла.
Респубилкала карантин тәртибен һанға һуҡмаусылар ҙа бар. Әле сирлеләр менән контактта булған, йә хәүефле төбәктәрҙән ҡайтҡан ике меңдән ашыу граждандар иҫәпләнә, уларҙың һәр дүртенсеһе изоляция ҡағиҙәләрен үтәмәй. Тикшереү килгәндә был кешеләр өйҙә булмаған, йә улар теркәлгән урыны буйынса йәшәмәйҙәр. Оператив кәңәшмәлә белдерелеүенсә, иҡтисади тотороҡлоҡто нығытыу буйынса тағы бер ярҙам пакеты булдырыла, ул 38 төрлө ярҙам алымын үҙ эсенә ала. Был пакеттағы программалар менән Башҡортостандың 26 мең тирәһе предприятиеһы файҙаана аласаҡ.
Рәмзиә Кәримова.





