Шелтә өсөн ҡаты яза. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙма интернет ҡулланыусыларҙа ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Был ваҡиға апрелдә үк теркәлһә лә, уның тураһында мәғлүмәт ял көндәрендә генә билдәле булды. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре административ протокол төҙөгән. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Был бер ниндәй боевик та түгел, шулай ҙа һуғыш суҡмарҙарының береһе үҙен ысын мәғәнәһендә герой итеп тоя. Ул бер нисә тапҡыр йоҙроҡтарын эшкә егә. Яҡлауһыҙ инвалид таяғы менән ҡаршылашырға маташһа ла, бер нисек тә хәленән килмәй. Сөнки һаулыҡтың сикле булыуы ҡамасаулай, өҫтәүенә уҡыусы балаға ҡул күтәргән өсөн һуңынан яуаплыҡҡа тарттырылыуың ихтимал.
Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙма халыҡта шунда уҡ ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Кемдер зыян күреүсе яғында булһа, икенселәре йәберләнгән ирҙе ғәйепләргә тырышты. Ысынбарлыҡта иһә, яҡтар араһында низағ йорт алдындағы тауыштан башлана. Өҫкө ҡаттағы фатир хужаһы уҡыусы балаларҙы тынысландырыу маҡсатында бер нисә тапҡыр иҫкәртеү яһай, әммә һуңғылары оло кешенең һүҙен ишетергә лә телмәй.
Зыян күреүсе бөгөн күңелһеҙ хәлде ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына иҫенә төшөрә. Апрель кисендәге ваҡиғанан һуң ул күрше подъезда йәшәүсе Айҙарҙы көн һайын тиерлек урамда осрата. Әммә үҫмергә ҡарата бер ниндәй асыу тотмай.
Бер нисә көн элек үҫмер үҙенең ҡылығы өсөн оло йәштәге ирҙән ғәфү үтенгән. Шулай ҙа даны таралғас ул интернеттағы сәхифәһен юйып, ваҡытлыса ауылға күсеп киткән. Уҡыусының яҡындары ла беҙҙең менән аралашырға теләмәне. Бар һорауҙарға ла ишек аша ғына яуап ҡайтарҙы.
Бәхеткә күрә, йәберләнгән ир әллә ни ҙур зыян күрмәй. Был турала ул полицияға ла хәбәр итеп тормай. Шулай ҙа уҙған ял көндәрендә видеояҙма интернет киңлектәрендә барлыҡҡа килеү менән хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү ойошторған. Осраҡ буйынса улар административ протокол төҙөгән
Был статья буйынса үҫмерҙең ата-әсәһенә иҫкәртеү йәки 500 һумға тиклем штраф янай. Шулай ҙа 15 йәшлек Айҙар өсөн әлеге осраҡ ғүмерлеккә һабаҡ булып ҡаласаҡ.
И.Байбулатов.




