Республикала 7 мең өлөшсө күптән көтөлгән фатир асҡыстарын аласаҡ

128 йорт 2023 йылға тиклем төҙөлөп бөтәсәк. Башҡортостан башлығы алданған өлөшсөләрҙең инициатив төркөмдәре вәкилдәре менән онлайн-кәңәшмә уҙғарҙы. Унда ҡатнашыусылар күләмле һигеҙ төҙөлөштө тамамлау схемаһын ҡараны. Улар араһында – Өфөләге «Черемушки» торлаҡ комплексы. Стәрлетамаҡта «Башстрой» йорто төҙөлөш тамамланыуын инде 17 йыл көтә.

Былтыр Стәрлетамаҡта  Маҡсатлы социаль программалар фондының финанс ярҙамы менән 68 ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Тағы ла 66 ғаилә өй туйлауҙы көтә. Ниндәйҙер кимәлдә өлөшсөләрҙең мәсьәләләре төҙөүселәргә күптән көтөлгән төҙөлөштәрҙе үҙҙәренең бизнесы өсөн ҡурҡмай башларға мөмкинлек биреүсе закон проекты раҫланғас хәл ителә башлаясаҡ. «Госстрой» компанияһының өс меңләп өлөшсөһө инвестор ролендә сығыш яһаусы «Садовое кольцо» предприятиеһы барлыҡҡа килеү менән фатир асҡыстарын быйыл уҡ ала аласаҡ, объекттарҙы тулыһынса төҙөп бөтөү 2022 йылға планлаштырыла. Ваҡыт арауыҡтары юл картаһында билдәләнгән. 

Фото №1 - Республикала 7 мең өлөшсө күптән көтөлгән фатир асҡыстарын аласаҡ

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ