Радий Хәбиров ил етәкселеген “Алға” тип аталған махсус иҡтисади биләмә менән таныштырҙы

Радий Хәбиров ил етәкселеген “Алға” тип аталған махсус иҡтисади биләмә менән таныштырҙы

Республика Башлығы Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Юрий Трутнев үткәргән кәңәшмәлә сығыш яһаны. Унда төбәктәрҙә махсус иҡтисади биләмәләр булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостанда “Алға” иҡтисад биләмәһе Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында барлыҡҡа килде.

Фото №1 - Радий Хәбиров ил етәкселеген “Алға” тип аталған махсус иҡтисади биләмә менән таныштырҙы

Радий Хәбиров белдереүенсә, бында 2029 йылға 17 резидент эшләйәсәк. Улар 26 миллиард һум йәлеп итә һәм 2 меңдән ашыу эш урыны булдырыла. Махсус иҡтисади биләмә бөтә талаптарға яуап бирә. Уның янында ҡеүәтле сәнәғәт ойошмалары урынлашҡан, кәрәкле сеймал бар, шулай уҡ уңайлы транспорт маршруттары үтә.

#хабиров #сэз

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ