Республика предприятиеларына ярҙамға 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Эшҡыуарҙар матди ярҙам төрҙәрен ала башлаған да инде. Хеҙмәт хаҡын түләүгә бирелгән процентһыҙ кредиттар күләме генә 1 миллиард һумдан ашыу. Бынан тыш милекккә ҡуртымға ташлама алырға һәм башҡа мөмкинлектәр менән файҙаланырға мөмкин. Улар хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Елена Сыңғыҙоваға кейем үлсәмдәре менән бергә хәҙер юғалтыуҙарҙы ла иҫәпләргә тура килә. 30 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дизайнер кейеме теккән предприятиены коронавирус сире көрсөккә терәтә. Бар табыш пандемия алдынан ғына ҡиммәтле туҡымаларға һалынған була, ә тегеү мөмкинлеге юҡ. Салауаттағы ателье бер ай тирәһе эшһеҙ тора, «Мега» сауҙа үҙәге ябылыу сәбәпле һатыу нөктәһе лә юҡҡа сыға. Хужалар хатта предприятиены бөтөнләй тарҡатыу хаҡында уйлана башлай.

Беҙ бөтөнләй аптырап ҡалдыҡ, кейем тегелмәй, һатылмай. Ә Салауаттағы ателье бинаһына ла, Өфөләге офисҡа ла ҡуртым хаҡы, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә кәрәк. Ярай онлайн һатыуҙан әҙерәк табыш килә, әммә ул ғына сығымдарҙы ҡапламай. Әле беҙҙең цех бинаһы 6 айға ҡуртымдан азат ителде, Өфөләге офистың милексеһе лә ике айға 50 процент ташлама яһаны. Хәҙер инде бирешмәйәсәкбеҙ.

Елена Сыңғыҙова, ҡатын-ҡыҙҙар кейеме тегеү ательеһы директоры

Ә бына Айҙар Әүдийәров етәкләгән логистика ойошмаһы хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү өсөн процентһыҙ кредит алған. Компания интернет аша тауарҙар, йөктәр, документтар ташыуҙы ойоштора, бында 15 кеше эшләй. Эшҡыуарҙар хеҙмәт хаҡын ваҡытында һәм тулы күләмдә түләү өсөн 1 миллион 600 мең һум кредит алған. Алты айға тиклем был аҡсаға процент һалынмай, артабан иһә ташламалы ставка ҡаралған, ике процент ҡына өҫтәлә.

Беҙ хеҙмәткәрҙәр һанын да, эш хаҡын да ҡыҫҡартманыҡ. Кешеләрҙең хәленә инергә тырышабыҙ, күптәрҙең ғаиләһендә эшһеҙ ҡалғандар бар. Ә уларҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре лә, ипотекаһы ла, башҡа сығымдары ла бар.

Айҙар Әүдийәров, логистика компанияһы директоры

Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда иҡтисади ярҙам алымдары ике пакетты үҙ эсенә ала. Предприятиеларға, бизнесҡа булышлыҡ күрһәтеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелә, был аҡса менән 70 меңгә яҡын эшҡыуарҙар файҙалана аласаҡ.

Рәсәй буйынса алып ҡарағанда Башҡортостанда күрелгән саралар иң һөҙөмтәлеһе тип әйтер инем. Мәҫәлән, ябайлаштырылған система буйынса һалым ставкаһын, милек һалымын кәметеү. Шулай уҡ муниципаль берәмектәр эшҡыуарҙарҙы үҙ ҡарамаҡтарындағы мөлкәткә ҡуртымдан азат итте.

Флүр Әсәҙуллин, Башҡортостандың эшҡыуарҙарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле

Табышһыҙ ҡалған эшҡыуарлыҡ предприятиеларына кредит каникулдары ла бирелә. Әммә мөрәжәғәттәрҙең 30 проценты кире ҡағыла, был бизнес төрөнөң зыян күреүселәр исемлегенә ингәнме, юҡмы икәнлегенә бәйле. Хеҙмәт хаҡына ташламалы займ алыу өсөн дә кредит тарихының таҙа булыуы шарт. Бынан тыш предприятиеның бер йылдан оҙағыраҡ эшләүе, банкротлыҡ иғлан ителмәүе лә мөһим.

Сергей Коровин, Башҡортостан Милли банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Раҫланған, йәғни рөхсәт бирелгән ғаризалар буйынса 1 миллиард 200 миллион һум бирелергә тейеш, әле был аҡсаның 280 миллион һумы ғына күсерелгән. Эшҡыуарҙар федераль закондарҙа ҡаралған ташламаларҙан тыш банк тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән дә файҙалана ала, мәҫәлән кредиттты реструктуризацияларға була.

Белгестәр әйтеүенсә, пандемиянан иң ҙур зыянды туризм өлкәһе, ҡунаҡханалар селтәре, дөйөм туҡланыу предприятиелары күргән. Ғөмүмән әле юғалтыуҙарға ҡарағанда, табышлы эшләгәндәрҙе иҫәпләү еңелерәк, был исемлеккә аҙыҡ-түлек, дезинфекция һәм һаҡланыу әйберҙәре етештереүселәр инә.

Рәмзиә Кәримова.