«Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының икенсе һайлап алыу туры башланды

50-гә яҡын баланың сығышын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм абруйлы жюри ағзалары баһаланы.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы быйыл туғыҙынсы тапҡыр яңы йондоҙҙар ҡабыҙа. Онлайн форматта ойошторолған сарала республиканың төрлө төбәгенән йыр-моңға әүәҫ һәм иң мөһиме көслө рухлы малай-ҡыҙҙар ҡатнашты. Баһалама ағзалары фекеренсә, уларҙың һәр ҡайһыһы йондоҙ булып балҡый ала.

Һайлап алыу турының онлайн форматта уҙыуы конкурста ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле һынауҙар ҡуйҙы. Ойоштороусылар гала-концертта кескәй таланттар һәм тамашасылар ҙур залда осрашыр тип ышана. 

Тиҙҙән һайлап алынған үҙенсәлекле балалар менән филармония артистары эш башлаясаҡ. Улар балаларҙы ҡурайҙа уйнау, нәфис һүҙ оҫталығы, йыр-бейеүгә өйрәтеп, финалға тиклем оҙатасаҡ.

Бәләкәс йөрәкле,әммә көслө рухлы балалар киләсәктә лә тормош ҡуйған һынауҙар алдында баҙап ҡалмаҫ тип ышанғы килә. «Таланттар йондоҙлоғон»да йондоҙсоҡтар йыл һайын арта. 

Рәзилә Салауатова.