Башҡортостанда боронғо ҡурғандарҙың сиктәре раҫланды

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡтың бойороғо рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Турахан мавзолейы, Кесе кәшәнә, шулай уҡ 21 ҡурған ҡәберлеге һәм 6 яңғыҙ ҡурғандың сиктәре билдәләнде. Мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин һөйләй.

Башҡортостанда боронғо ҡурғандарҙың сиктәре раҫланды

Был биләмәләрҙә төҙөлөш, шулай уҡ ауыл хужалығы эштәре алып барыу тыйыла, йәғни, сәсергә, мал көтөргә ярамай.

;