Башҡортостанда төшкө мәлдә тауышланыу тыйыласаҡ

Башҡортостанда төшкө мәлдә тауышланыу тыйыласаҡ

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул 28 майҙа пленар ултырышта ҡарала. Көндөҙгө берҙән өскә тиклем тыныс ваҡыт билдәләү планлаштырыла. Маҡсаты  - балалар һәм өлкән йәштәгеләрҙең мәнфәғәтен күҙәтеү, тип белдерҙе Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Фото №1 - Башҡортостанда төшкө мәлдә тауышланыу тыйыласаҡ

Тыныслыҡты боҙоусылар өсөн штрафтар  ҡаралған. Ябай кешеләр өсөн уның суммаһы 2 мең һумға тиклем етә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ