Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Линар Зиннуров йәйге осорҙа атай һәм әсәйҙәрҙе иғтибарлы булырға өндәй.
Бөгөн Рәсәйҙә Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө. Ошо уңайҙан балалар баҡсаһы һәм мәктәп уҡыусылары араһында онлайн тәртиптә конкурстар үткәрелә. Башҡортостан автоинспекцияһы “Иғтибар – балалар!” профилактик сараһы башланыуы тураһында ла хәбәр итә. Республикала 4 айҙа 90-ға яҡын бала ҡатнашлығында юл ҡазаһы теркәлгән. Аварияларҙа 4 үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.
#гибдд #операция #дети





