Радий Хәбиров милли проекттар үтәлешен тикшереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Радий Хәбиров милли проекттар үтәлешен тикшереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Уны видеоэлемтә аша Рәсәй Именлек советы секретары Николай Патрушев һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Кәңәшмәлә бюджет аҡсаһын ҡулланыуҙы етди күҙәтеүгә алыу, милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда аҡса урлашыуҙы булдырмау мәсьәләләре күтәрелде. Төбәктәргә хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән эшмәкәрлекте көйләү бурысы ҡуйылды.

Фото №1 - Радий Хәбиров милли проекттар үтәлешен тикшереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Кәңәшмәлә шулай уҡ халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.

#хабиров #пфо

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ