Көнбайыш урамындағы ағас йортта сыҡҡан утта 40 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Фажиғә урынына Иглин ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы килә. 4 берәмек техника һәм 9 кеше составында улар утты һүндерә.
Ялҡын ялмап алған йорттан 1981 һәм 1996 йылғы ир менән ҡатынды ҡотҡарып, дауаханаға илткәндәр. Осраҡ сәбәптәр әле асыҡланмаған.
Рәмилә Исмәғилева.




