Йылдың дүрт айында республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 86 авария теркәлгән

Юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда «Иғтибар – балалар!» операцияһы старт алды.

Йыл башынан республикала теркәлгән юл-транспорт осраҡтарында 4 үҫмер һәләк булған, 87-һе йәрәхәтләнгән. Рейдҡа сығыусы инспекторҙар  малай-ҡыҙҙарҙы юлда һаҡ булырға саҡыра. Уларға шулай уҡ ҡараңғыла ут яҡтыртыусы махсус ҡулайламалар тапшырыла.

Бынан тыш, юл инспекторҙары йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа балалар хәүефһеҙлегенә иғтибар итеүҙе һорап яҙыуҙар ҡалдыра. 

Фото №1 - Йылдың дүрт айында республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 86 авария теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ