Хәтер – мәңгелек

Өфөләге 44-се күп профилле полилингваль мәктәптә Хәрби дан музейы асылған. Экспозицияларҙың байтаҡ өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған. Музейҙа хаттар, наградалар, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, һуғыш осоро атрибутикаһы менән танышырға була.

Тарихи ваҡиғаларҙы интерактив таҡтанан да ҡарарға мөмкин. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, киләсәктә документтарҙы һанлы форматҡа күсереү планлаштырыла.

;