Юлда ҡеүәтле ике япон автомобиле бәрелешкән. Уларҙың береһе халыҡ вәкиле Хәмит Фәйзрахманов булыуы билдәле. Депутаттың “Ланд Крузеры” ҙур тиҙлектә урындағы эшҡыуар ҡатын исеменә теркәлгән "Лексус" автомобиленә бәрелгән.
Ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ирҙең юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә иҫерек булыуы билдәле. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә депутаттың фирҡәнән сығарылыуы тураһында белдерҙе.





