Ҡариҙел районында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорттары төҙөлә

Быйыл Ҡараяр, Яугилде һәм Ҡариҙелдә социаль-мәҙәни үҙәктәр барлыҡҡа килә. Әле бындай ҙур төҙөлөш булғаны юҡ ине, тип белдерәләр район хакимиәтенән. Ҡараяр ауылында мәҙәниәт йорто 150 урынға иҫәпләнгән, объект 64 миллион һумға баһалана.

Ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова әйтеүенсә, күп функциялы мәҙәни үҙәкте августа файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Ҡариҙел районында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорттары төҙөлә

#сдк #каридель

;