Радий Хәбиров бөгөн мөфтөйҙәр менән осрашты

Радий Хәбиров бөгөн мөфтөйҙәр менән осрашты

Унда Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, диниә назаратының төбәк ойошмаһы рәйесе, мөфтөй Мөхәммәт Тажетдин һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин ҡатнашты. Осрашыуҙа коронавирус пандемияһы шарттарында Ураҙа байрамын уҙғарыу тәртибе ҡаралды. Республика Башлығы мөфтөйҙәрҙе халыҡты мәсеттәргә йыйылмаҫҡа, байрам намаҙын өйҙәрендә генә үткәрергә өндәүҙерен үтенде.

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн мөфтөйҙәр менән осрашты

#хабиров #цдумрф #думрб

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ