Тәртип боҙоусыларға беҙҙең сафта урын юҡ. Хәбәр ителеүенсә, юлда ике ҡеүәтле япон автомобиле бәрелешкәйне. Халыҡ һайланыусыһының «Ланд крузеры» юғары тиҙлектә, урындағы эшҡыуар ханым исеменә теркәлгән «Лексус»ҡа бәрелгән. Ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Депутаттың авария мәлендә иҫерек булыуы билдәле.
Авария Асҡын ауылының тап уртаһында теркәлә. Шаһиттар әйтеүенсә, депутаттың автомобиле шул тиклем юғары тиҙлектә килгән, хатта бәрелештән ике ауыр транспорт сараһы ла юлдан ситкә сығып оса. Икенсе автомобилдең руль артында өс бала әсәһе ҡатын ултырған була. Авария ваҡытында малайҙарҙың береһе салонда ултырған була.
Лексус водителе Олеся әйтеүенсә, был ваҡытта ул магазиндан ҡайтып барған була. Йортҡа етеп ихатаға боролған мәлдә генә уға өс тонналыҡ машина килеп бәрелә.
Ҡатынды төрлө тән йәрәхәттәре менән район үҙәк дауаханаһына алып китәләр. Табиптар уның сәләмәтлеге тотороҡло тип билдәләй.
Зыян күреүсенең ире Фидан Фаһамов авария урынына улы шылтыратҡандан һуң 10 минут үткәс килеп етә. Уның әйтеүенсә, халыҡ һайланыусыһы аяғында саҡ баҫып торған.
Хәмит Фәйзрахманов юл-патруль хеҙмәте килеүегә тиклем авария урынын ҡалдырып ҡаса. Быны шаһиттар ҙа, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре лә раҫлай. Күҙаллауҙар буйынса урындағы эшҡыуар иҫерек булған. Был ҡылығы өсөн ул власть партияһы рәттәренән шундуҡ сығарылды.
Был ваҡиғаға ҡарата Радий Хәбиров та үҙ ҡарашын белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, партияла бындай кешеләр өсөн урын юҡ. Ул шулай уҡ район советы депутатының барыһын да үҙенә буйһондороп алыуын билдәләне һәм тикшереү ойошторорға ҡушты. Хәмит Фәйзрахмановты иһә полицияға саҡыртып протокол төҙөгәндән һуң кире өйөнә ҡайтарҙылар. Иртәгә суд ултырышы була. Авария урынын ҡалдырған өсөн кәм тигәндә уның водитель таныҡлығын тартып аласаҡтар.
Айнур Кәбиров.




