Тәбиғәттең был күренеше Иҙел башында теркәлгән. Белорет районында йәшәүселәр баҡса һәм ихатала төшөргән фотоһүрәттәрҙе социаль селтәрҙәргә һалған. Быға тиклем синоптиктар йәшенле ямғыр һәм ҡырау төшөү тураһында иҫкәрткәйне.
Таулы районда май айында ҡар яуыуы ят күренеш түгел. Баҡсасылар ҙа һауа торошона зарланмай, әммә ҡапыл яуған ҡар арҡаһында уңыштың бер өлөшө юғалған. Ваҡытһыҙ яуған ҡар бер нисә сәғәт эсендә ирегән.
Әлфинә Килдейәрова.




