Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йорто эргәһендә автомобилен ремонтлап йөрөгән 24 йәшлек егет трактор аҫтында ҡалып һәләк була. Руль артында ултырған водитель 4 йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә ваҡиға ҡорбаны булған егеттең туғандары ҡарар менән риза түгел. Яҡтар фекерен БСТ каналының хәбәрселәре тыңланы.
Тетрәндергес видеояҙмаға бер йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, енәйәт эше буйынса тикшереүҙәр дауам итә. Трактор менән идара итеүсе Игорь Акимов 24 йәшлек Павел Чупраковты тапап, ваҡиға урынынан ҡаса. Асыҡланыуынса, ғәйепле ир урындағы паспорт өҫтәле етәксеһенең улы була.
Автомобиль аҫтында оҙаҡ ятып интегеп үлгән Павел Чупраковҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгән осраҡта уның ғүмерен ҡотҡарырға мөмкин була. Әммә водителдең битарафлығы төҙәлмәҫлек эҙемтәләргә килтерә. Һәләк булған егет рөхсәт ителмәгән урында машинаһын ремонтлаған тип, ғәйепләнеүсе дүрт йылға колонияға оҙатыла. Павел Чупраковтың тол ҡалған ҡатыны сабыйын яңғыҙ үҫтерә. Юл фажиғәһе теркәлкән ваҡытта ул икенсегә ауырлы була, әммә ҡайғыһын күтәрә алмай тыуасаҡ балаһын да юғалта.
Башҡортостандың Юғары судында енәйәт эше буйынса яңы ҡарар сығарыла. Әммә был да һөҙөмтә бирмәй.
Берҙән-бер улын юғалтҡан Светлана Чупракова ғәйепләнеүсенән үс алыр өсөн түгел, ә ғәҙеллек өсөн көрәшәсәкмен тип билдәләй. Тракторға идара итеүсе ғәфү үтенергә теләмәй, юл ҡорбаны үҙе ғәйепле тип бара.
Флорида Ким.




