Быйыл Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса, 15 торлаҡ йорт һәм биш ихата биләмәһе төҙөкләндереү ҡарала. Ремонт эштәре 41 миллион һумдан ашыу суммаға баһалана. Әлеге көндә эштәрҙе башлау өсөн биләмәләр әҙерләнә: туҡталҡа урындарының буласаҡ ҡоролмалары өсөн ағастар һәм иҫке уйын ҡоролмалары алына.
Балалар өсөн заманса уйын комплекстары, спорт ҡоролмалары, видеокүҙәтеү камералары, эскәмйәләр ҡуйыу һәм башҡа эштәр ҡаралған.
#майские указы #башкирские дворики





