Хәүефле кибет. Ҙур кибеттә бейек баҫҡыстарҙың хәүефлеген иҫкәртеүсе билдәләр булмай. Ваҡиға теркәлгәс кибет етәкселеге ғәфү үтенеүҙән дә, зыян күреүсенең дауаланыу өсөн киткән сығымдарын ҡаплауҙан да баш тарта. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Билдәле кибеттәрҙең береһенә ингән Лидиә Әминева аҙыҡ-түлек һатып алыу урынына тайып йығылып дауаханаға барырға мәжбүр була. Юғары баҫҡыстан ҡолап ҡатын һушын юғалта, тик магазин етәкселеге зыян күреүсегә ярҙам итергә теләмәй.
Имгәнгән ҡатын дарыуҙарҙы үҙ аҡсаһына һатып ала, әммә уколдар, кремдар ғына ярҙам итмәй. Йығылыу арҡаһында умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән ҡатмарлыҡҡа бәйле уға өҫтәмә тикшереүҙәр үтеү талап ителә.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға магазинға инеү ҡатмарлы һынауға тиң. Ошо уҡ баҫҡыстарҙа урынлашҡан пандусдар аҙыҡ-түлек йәшниктәре менән ҡапланған. Өлкән һатыусы ла, магазин етәкселеге лә беҙҙең ижади төркөм менән аралашыуҙан баш тартты.
Күңелһеҙ осраҡ өс аҙна элек теркәлгән. Урындағы полиция бүлегендә бәхәс буйынса тикшереү дауам итә. Зыян күреүсе кибет етәкселеге матди ярҙам күрһәтмәгән осраҡта судҡа мөрәжәғәт итергә теләй.
Флорида Ким.




