Башҡортостан башлығы бөгөн эш сәфәре менән Сибай ҡалаһы һәм Бөрйән районына барҙы

Сибайҙа Радий Хәбиров Таусылар биҫтәһендә «Ирәндек» үҫмерҙәр һәм йәштәр клубын төҙөкләндереү барышы менән яҡындан танышты. Эштәр бында былтыр көҙ башланғайны. Объекттың дөйөм хаҡы 31 миллион һумдан ашыу. Аҡсалар маҡсатлы социаль фонд иҫәбенән бүленгән. Бинала спорт секциялары һәм башҡа төрлө түңәрәктәр менән шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ.

Башҡортостан башлығы Сибай филармонияһы төҙөлөшөнә лә туҡталды. Мәҙәниәт усағы 2015 йылда янғын һөҙөмтәһендә зыян күргәйне. Әле яңы корпус төҙөлә, иҫкеләре яңыртыла. Бинаның тарихи өлөшөн ҡайтанан тергеҙеү өсөн дә ҙур көс һалына. Объекттың дөйөм хаҡы 368 миллион һум. Филармонияны йылытыу өсөн тәғәйенләнгән ҡаҙанлыҡ менән бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар бар. Ул проектҡа инмәгән.

Радий Хәбиров төҙөлөшкә аҡсаны шулай уҡ маҡсатлы социаль фонд иҫәбенә бүлергә ҡушты һәм барлыҡ эштәрҙе Сибай ҡалаһының 65 йыллығына тулыһынса теүәлләү бурысын ҡуйҙы.Эш сәфәре барышында Сибай ҡалаһы һәм Көньяҡ урал төбәге балалары өсөн ял һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшө тураһында ла фекер алышынды. Сибайҙа уны ойоштороу мөмкинлеге бар. Ҡала эргәһендә генә «Шифа» балалар лагеры эшләп килә. Уны камиллаштырып балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итерлек итеп үҙгәртеп ҡорорға була тигән фекерҙә урындағы етәкселек.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы бөгөн эш сәфәре менән Сибай ҡалаһы һәм Бөрйән районына барҙы

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ