Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы биргән мәғлүмәт буйынса ике водитель араһында аңлашылмаусанлыҡ ҡорал ҡулланыуға тиклем барып еткән. Ваҡиға видеокүҙәтеү камераларына ла эләккән.
Асыҡланыуынса,14-се модель «Лада» хужаһы машинаһын туҡталҡаға ҡуйған. Был хәлгә «Лада гранта» водителе ризаһыҙлыҡ белдереп уның ҡорос атын еңелсә бәрҙергән. Ирҙәр араһында бәхәс ҡупҡан. Шул мәлдә 14-се модель «Лада»ға идара итеүсе ир багажнигынан автомат сығарып, «Гранта» хужаһының башы осонан атҡан. Бәхеткә, береһенә лә зыян килмәгән.
Эргәлә генә балалар уйнап йөрөүе лә билдәле. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға эҙенән сығып ҡорал ҡулланыусының шәхесен тиҙ арала асыҡлаған. Автоматты хужаһы законлы нигеҙҙә алыуы билдәле. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара. Уның һөҙөмтәһендә процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.




