Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында күп ҡатлы йорт подвалы тирәләй тауыш ҡупты

Асыҡланыуынса, төҙөлөш ойошмаһы банкротлыҡ иғлан итер алдынан уны рәсмиләштергән булған. Милеккә арест һалынғас, уны сит ҡулдарға тапшыра. Бөгөн инженер селтәрҙәре үткән подвалға йоҙаҡ эленгән. Үтергә ярамай, юғиһә, яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙары бар. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Кемдәр килеүенә лә, подвалды кем бикләүенә лә күп ҡатлы йортта йәшәүселәр хәбәрҙар түгел. Абайламай ҙа ҡалғандар тип әйтерлек. Кемгәлер һатылғанын бығаса урындағы халыҡ ишетеп кенә белһә, бөгөн подвал ишегенә йоҙаҡ эленгән. Ә унда инженер селтәрҙәре үтә.

Урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте күп ҡатлы йорт тирәләй тыуған проблеманың оҙаҡ йылдар дауам итеүен билдәләй. Тәүҙә төҙөлөш ойошмаһы ваҡыты кисектерелеп, һуңынан йорт еренә еткерелеп эшләнмәй файҙаланыуға тапшырыла. Өҫтәүенә, компания үҙен банкрот тип иғлан итә. Бөгөн «Глобус» төҙөгән өс йорттоң берәүһе инде ун йыллап буш тора.

Һөҙөмтәлә, подвалдың яңы хужаһы ишектәргә йоҙаҡ ҡуя. Әгәр емереп ингән хәлдә ул хоҡуҡ һағындағыларҙы саҡырасағы менән дә янаған.

Фото №1 - Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында күп ҡатлы йорт подвалы тирәләй тауыш ҡупты

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ