Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған шәмбе олатаһы менән өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан малай һеңлеһе менән атаһының автомобилендә уйнап йөрөгән була. Аңғармаҫтан алдағы пассажир урыны яғында ултырған ағаһы быялаларҙы күтәреү төймәһенә баҫа.
Һөҙөмтәлә уның муйыны арҡа менән быяла араһында ҡала. Балаларҙың ата-әсәһе шунда уҡ «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быуылған малай реанимацияла йән бирә. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр фажиғә урынында тикшереү үткәргән. Улар бәхетһеҙ осраҡҡа килтергән сәбәптәрҙе асыҡлай.
Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы
Әлеге ваҡытта суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, баланың ата-әсәһенән һәм шаһиттарҙан һорау алынған. Шулай уҡ ғаиләнең йәшәү шарттары өйрәнелә. Бәхетһеҙ осраҡты тикшереү барышы республиканың тәфтиш комитеты тарафынан контролгә алынған.
Илдар Байбулатов.




