Яңғыҙы өс бала тәрбиәләгән әсә йәшәргә яраҡһыҙ йортта көн күрә. Ә ҡышҡыһын ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Торлаҡты яҡшыртыу маҡсатында улар хәйриә фондына мөрәжәғәт итә. Аҙналиндар ғаиләһе менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Ямғырлы көндәрҙә иҙәнгә бер нисә биҙрә ултыртырға кәрәк, сөнки емерелгән түбәнән бер туҡтауһыҙ һыу тама. Ә иҙәнгә түшәлгән таҡта күптән еүешләнеп ҡупҡан. Был йортто Зәлиә Аҙналина 2016 йылда «Әсәлек капиталы»на һатып алып үкенеүҙә ҡала. Йорт хужаһы артып ҡалған аҡсаға өйҙөң ҡураһын алмаштырырға, стеналарын төҙөкләндерергә ярҙам итергә вәғәҙәләй. Әммә сумманы күсергәндән һуң уның менән бәйләнеш өҙөлә.
Дүрт йыл дауамында йәш әсә өс балаһы менән 40-сы йылдарҙа төҙөлгән ярым-емерек хәлдәге йортта көн итә. Бүлмәләргә торбалар үтмәгән, шуға күрә уттың йылыһы мейес эргәһенән китмәй. Балалар йыш ауырый, ә кескәй Илмир тыумыштан пневмония менән сирләй. Зәлиә Аҙналина торлаҡ мәсьәләһен еңеләйтеүҙе һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Күп балалы әсә фекеренсә, белгестәр йортто авария хәлендә тип танырға теләмәй.
Сараһыҙҙан йәш әсә «Витае» хәйриә фондына проблемаһы тураһында хәбәр итә.
Ойошма вәкилдәре Табын ауылына килеп ғаилә менән таныша, мосолмандарҙың изге айы тамамланыу уңайынан балаларҙы байрам менән ҡотлай. «Витае» фонды директоры Аладдин Гусейнов әйтеүенсә, улар йорт һалырға ярҙам итергә әҙер. Төҙөлөш материалдарын һатып алыу, ташыу һәм төҙөү эштәрен хәйриә фонды үҙ көсөнә ала. Әлеге көндә дөйөм сумманың бер өлөшө йыйылған, ләкин тағы 250 мең һум аҡса талап ителә.
Хәйриә фонды етәксеһе торлаҡты һалҡын көндәр башланғансы ҡулланыуға тапшырырға ниәтләй. Шуның өсөн йәш ғаиләгә кәрәкле сумманы тиҙ арала йыйыу бурысы тора. Әммә пособие аҡсаһы өс баланы ҡарауға, йорт һалып сығыуға етмәй. Шуға ла Аҙналиндар ғаиләһе мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Экрандағы банк иҫәбенә матди ярҙам күсереп зыян күреүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һеҙ ҙә булышлыҡ итә алаһығыҙ.
Һаҡлыҡ банкы иҫәбе:
6390 0206 9059 158 772, 8-917-359-86-07
(Зәлиә Шәрифулловна Аҙналина)
Әлфинә Килдейәрова.




