Барлыҡ сығымдарҙы «Нефтемодулькомплект» компанияһы үҙ өҫтөнә алған, ҡаланың башҡа ойошмалары ла бағыусылыҡ күрһәтә. Инвестиция проектына ярашлы футбол майҙансығы төҙөлгән, шулай уҡ биләмәлә воркаут менән шөғөлләнеүгә спорт ҡорамалдары ҡуйыу, балалар өсөн айырым уйын зонаһы булдырыу ҡаралған.
Иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн дә шарттар тыуҙырыла, арт-объекттар төҙөлә. Ҡала хакимиәте скверҙы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индергән. Әлегә участкала үҫентеләр ултыртыла, тротуар һалына. Спорт һәм ял урыны "Девон" исемен йөрөтәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина.




