Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителде

Бөгөн махсус уҡыу йортоноң һынлы сәнғәт бүлеге тағы ла 118 мольберт менән тулыландырылды. Тиҙ йыйыла торған һәм күп урын биләмәгән  мольберттар  рәссам һөнәрен үҙләштереүсе студенттар өсөн бик уңайлы. Уҡыу оҫтаханаларынан тыш, улар  күсмә күргәҙмәләрҙә лә ҡулланыласаҡ. Дизайнер һөнәрен үҙләштереүселәр өсөн бүленгән профессиональ фотоаппарат һәм уның ҡорамалдары ла уҡыу процесын заманса техника менән ҡороуға булышлыҡ итәсәк.

Һынлы сәнғәт бүлегенә ҡорамалдар ҡабул иттек. Беҙҙе йыһаздар менән тьәмин иткән Мәҙәниәт милли проектына, Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтлебеҙ.

Лидия Воробьева, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы директоры

Гүзәл Борханова.

;