Уларға ярҙам кәрәк

Бүздәк районы прокуратураһы 45 баланы ҡиммәтле дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү буйынса судҡа дәғүә әҙерләй. Ауыр сирлеләргә йәшәү өсөн мөһим препараттар талап ителә. Киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә ыңғай миҫалдар бар. Быйыл ғына күҙәтеүсе орган ярҙамында бөйөр ауырыуынан яфаланған ҡыҙға илле мең һумлыҡ дарыу бүленгән. Шулай уҡ Бехтеров сиренән интеккән 40 йәшлек ир ҙә прокуратура тикшереүенән һуң ғәҙеллеккә ирешә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Көн һайын ғына түгел, сәғәт һайын тиергә мөмкин. Айҙар Фәррухшинға һирәк осрай торған диагноз ҡуйылған, Бехтеров ауырыуынан интегә. Арҡаһын тура тота алмай, умыртҡа һөйәге быуындары зарарланған. Сир төнгө йоҡонан һуң иртә менән көсәйә. Һыҙланыуҙарҙы гимнастика, физик күнекмәләр яһап ҡына баҫырға мөмкин. Ике тоҡсай анальгетиктарҙы ла ҡиммәтле медицина препараты менән алмаштырырға була.  

Ә был йылына ярты миллион һумлыҡ сығымдар тигән һүҙ. Хәйер, ир апрелдән алып  табип-ревматолог яҙған дарыу менән бушлай тәьмин ителә башлаған. Әммә был һорау ыңғай хәл ителһен өсөн башта район прокуратураһына мөрәжәғәт итергә тура килгән.

Прокуратура тикшереүенән һуң Айҙар Фәррухшин йыл аҙағына тиклем ҡиммәтле препараттар менән тәьмин ителә. Ирҙең сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған, хәҙер ул иретеп-йәбештереүсе булып яңынан эшкә сығырға йыйына. Әйткәндәй, район дауаханаһы, ведомствоға ҡарата дәғүәләр тәүгә генә төҙөлмәй.

Бөйөр ауырыуынан яфаланған алты йәшлек Сафияға ла ҡиммәтле препарат бушлай бүленә башлаған. Бер ҡап дарыу хаҡы биш мең һум тора, ай ярымға ғына етә. Ғаилә быға тиклем мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙарын үҙ аҡсаһына дауалаған. Хәҙер улар прокуратура ярҙамы менән дарыуға киткән барлыҡ сығымдарҙы ла ҡайтарырға йыйына.

Бүздәк районы прокуратураһы тағы ла 45 баланы дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү буйынса судҡа дәғүә белдерергә йыйына. Уларҙың диагноздары төрлө, шулай ҙа барыһын да йәшәү өсөн мөһим препараттарға мохтажлыҡ берләштерә.

Фото №1 - Уларға ярҙам кәрәк

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ