Өфө музыканты Рена РНТ билдәле йырсы Витас менән бергә йыр яҙҙырған

Йондоҙҙарға табан. Дуэт менән йыр яҙҙырыу идеяһын Рәсәй йырсыһы үҙе күтәреп сыҡҡан. Витас яҡташыбыҙҙың клибын социаль селтәрҙәрҙә күреп ҡалған. Рена РНТ-ның ижады Башҡортостанда йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш, былтыр йәй яҙҙырылған «Ҡорот» йыры иһә айырыуса киң танылыу алды.

«Back to the stars» йырын да хәҙер бөтә майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин. Рена РНТ был ижад емешен Роди Дилон псевдонимы аҫтында сығыш яһаған Радмир Исмәғилев һәм Арыҫлан Әхмәтов менән бергә башҡара. Йырҙы яҙҙырыу һәм фекер алышыуҙар дистанцион рәүештә барған, йырсыларға әле күҙгә-күҙ осрашып һөйләшергә тура килмәгән. 

Рәмзиә Кәримова.

;