Башҡортостанда үткәреү ҡаралған Бөтә донъя фольклориадаһын киләһе йыл июлдә уҙғарырға тәҡдим ителде

Республика башлығы Радий Хәбиров  Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойоштороу советы етәкселегенә ошондай мөрәжәғәт менән сыҡты. Республика халыҡ ижады үҙәгенән белдереүҙәренсә, мәртәбәле сараны 3-11 июль арауығында уҙғарыу көтөлә. Фольклориада быйыл үтергә тейеш ине, пандемияға бәйле ул кисектерелде.