Онлайн һайлау

Онлайн һайлау

Рәсәй һәм Башҡортостан эксперттары интернет аша тауыш биреү мөмкинлеген баһаланы. Уҙған аҙнала Федерация Советы дистанцион электрон тауыш биреү тураһындағы закон проектын хупланы. Быйыл Мәскәүҙә урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлауҙа интернет аша һайлау үткәрелә.

Фото №1 - Онлайн һайлау

Конституцияға үҙгәреш индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү ваҡытында ла электрон һайлау ҡулланырға тәҡдим ителде. Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, һәр кем һайлау участкаһына килеп кенә тауыш бирә ала. Икенселәр сит ил тәжрибәһенә таянып, дистанцион һайлау үткәреп ҡарарға тәҡдим итә. Бындай осраҡта шәхси мәғлүмәтте һаҡлау һәм асыҡ тауыш биреүҙе ойоштороуға айырым иғтибар бирелергә тейеш, ти эксперттар.

#голосование #конституция

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ