Өфө балалар филармонияһында ойошторолған капиталь ремонт сентябргә тамамлана

Коронавирус пандемияһына бәйле, төҙөлөш эштәрендә ваҡытлыса тотҡарлыҡтар булған. Әлегә учреждениела эске биҙәкләү эштәре бара. Төҙөлөш барышы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Балалар филармонияһында бөгөн йыр-моң урынына төҙөлөш ҡоралдары тауышы ғына яңғырай. Етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән бинала ниһайәт капиталь ремонт яһала. Стеналар ағартыла, электромонтаж эштәре башҡарыла.  Витраж тәҙрәләр яңыртыла. Бигерәк тә йылылыҡ менән тәьминәт системаһын заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороуға иғтибар юғары.

Филармонияла мәҙәни мираҫ объекттары тип иҫәпләнгән совет мозаикалары ла бар, уларҙы һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Фойе, баҫҡыс майҙансығында һүрәтләнгән Өфөнөң иҫтәлекле урындары ла үҙгәрешһеҙ ҡала.

Филармония етәкселеге тәүҙә үҙ көсө менән ремонт эштәрен башлай. Тамаша залында ултырғыстар, ишектәр, иҙән ҡатламыяңыртыла, эске биҙәкләү эштәре башҡарыла. Тап был башланғыс бинаны тулыһынса төҙөкләндереүгә этәргес бирә.

«Мәҙәни мөхит» проектына ярашлы учреждениела капиталь ремонт ойошторола, ошо маҡсатта ҡала, республика, федераль ҡаҙнанан аҡса бүленгән. Төҙөлөш барышын Мәҙәниәт министрлығы контролдә тота.

Билдәле булыуынса, филармонияла 57 ижади коллектив шөғөлләнә, хореография, хор, цирк, театр һәм спорт йүнәлештәре буйынса эшмәкәрлек алып барыла. Әйткәндәй, «Мәҙәниәт» милли проекты һәм Башҡортостан башлығы Указына ярашлы алдағы биш йылда төбәктә 27 мәҙәниәт йорто төҙөлөшө ҡаралған, 52 учреждениела ремонт эшләнәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина.

;