Йәрмәкәй ауылы үҙәгендә «Уңайлы ҡала мөхите»

Уңайлы һәм заманса «Дуҫлыҡ» паркы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы 2017 төҙөкләндерелә башлаған. Бер йылдан һуң «Уңайлы ҡала мөхите» программаһына ярашлы саңғы-роллер трассаһы төҙөлөшө тамамланған.

Йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә 2019 йылда  иһә 4 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бәләкәй арихитектура формалары, йәйәүлеләр өсөн яҡтыртылған юлдар, резина келәм менән балалар майҙансығы урынлаштырылған.

Быйыл да халыҡ «Дуҫлыҡ паркын» төҙөкләндереүҙе бер тауыштан хуплап сыҡҡан. Был маҡсатҡа 10 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Йәйәүлеләр өсөн өс күпер, һыу каналы өсөн гидрокәртәләр, фонтан, альп тауҙары, эскәмйәләр менән мангал зонаһы, яҡтыртыу бағаналары урынлаштырыласаҡ.

Фото №1 - Йәрмәкәй ауылы үҙәгендә «Уңайлы ҡала мөхите»

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ