«Әҙәби Башҡортостан» проекты йәш көстәрҙе туплауын дауам итә

Был проектта 14-тән 35 йәшкә тиклемге ижад кешеләре ҡатнаша ала, конкурсҡа проза әҫәрҙәрен, шиғырҙарҙы тәҡдим итергә мөмкин. Әлегә тиклем был проект Рәсәй Президенты грантын яулаһа, быйыл ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың грантына лайыҡ булған.

Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы етәкселәре әйтеүенсә, иң мөһиме был проекта ҡатнашыусыларҙың ижад өлгөләрен билдәле яҙыусылар, шағирҙар тикшерә, үҙ кәңәштәрен бирә, оҫталыҡ дәресе үткәрә. Проекттың төп маҡсаты булып йәштәрҙе ижадҡа, әҙәбиәткә ылыҡтырыу тора.

Рәмзиә Кәримова.

;