Полиция ғына тынысландырған. Был турала «КП-Ҡазан» баҫмаһы хәбәр иткән. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр араһында Башҡортостан кешеләре лә булған. Изоляцияланған хеҙмәткәрҙәр урамға сығырға рөхсәт итеү талабын ҡуйған һәм тәҙрәләрҙе ярғылаған. Вахтасылар 22 майҙан обсервацияла.
Ваҡиға урынына килеп еткән Росгвардия хеҙмәткәрҙәре вахтасыларҙы тынысландырыуға өлгәшкән. 8 кешене ҡулға алырға тура килгән, Әле обсерваторҙа 170 кеше тотола. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса тәртип боҙор алдынан вахтасылар эскән булған.
Рафиҡ Әхмәтшин.




