Был турала хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының көрсөк осраҡтары менән идара итеү үҙәгендә теркәлде. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре ебәрелде.
Ваҡиға урынында көс ел ваҡытында дауахананың хирургия корпусына ҡараған бинаһының ҡыйығы өлөшләтә емерелеүе асыҡланды. Зыян күреүселәр юҡ. Пациенттарҙы эвакуациялау талап ителмәгән. Дауахана ғәҙәти тәртиптә эшләй. Ҡыйыҡты төҙөкләндереү эштәре ҡаралған.
Рафиҡ Әхмәтшин.




