Ғафури районында үлемесле авария

Юл-транспорт ваҡиғаһы Ҡарағай-Юрмаш автомобиль юлының 3-сө километрында теркәлде. Стәрлетамаҡтан 42 йәшлек ир «Лада Калина» автомобилендә кюветҡа түңкәрелгән. Водителдең ваҡиға урынында ғүмере өҙөлгән. Салондағы 59 йәшлек пассажир йәрәхәтләнгән.

Өфөлә Киров һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә 14 модель «Лада» менән «Шевроле Нива» бәрелеште. Һөҙөмтәлә «Ваз»-дың водителе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам машинаһы саҡыртылған. Барлығы республикала 7 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 1 кеше һәләк булған, етәүһе йәрәхәтләнгән.

Фото №1 - Ғафури районында үлемесле авария

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ