Күгәрсен районы Күгәрсен ауыл клубы ла «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә яңыртылды

Заман талаптары буйынса йыһазландырылғандан һуң ул күп функциялы мәҙәниәт үҙәге итеп үҙгәртелде. Бында үҫмерҙәр, йәштәр һәм оло быуын вәкилдәре өсөн махсус ял урындары ойоштороу ҡарала. Эштәр барышы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла яҡындан танышты. Министр әйтеүенсә, быйыл республикала «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә 50 миллион һум аҡса бүленгән.

Күгәрсен күп функциялы мәҙәниәт үҙәге лә проект сиктәрендә яңы музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, компьютерҙар, тегеү машинаһы алынды. Әле учреждениела бер нисә ансамбль, халыҡ һәм балалар театрҙары, ағинәйҙәр ойошмаһы, уңған хужабикәләр түңәрәге эшләп.

Рафиҡ Әхмәтшин.

;