«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 500-ҙән ашыу ял һәм күңел асыу учреждениеларында капиталь ремонт үткәрелә

Иглин районы Көҙәй ауылы мәҙәниәт йортонда эштәр марттан бирле дауам итә. Бинаны йылытыу, электр сымдарын, канализация, һыу селтәрен һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу эштәре башҡарылған. Әле биҙәкләү бара.

Стеналар буяла, түшәм яңыртыла. Төп зал ремонтлана, сәхнә заман талаптары буйынса камиллаштырыла. Тиҙҙән бында яңы яҡтыртыу, тауыш ҡоролмалдары, уңайлы креслолар һәм шаршау барлыҡҡа киләсәк. Артистар һәм ижади коллективтар өсөн яңы костюмдар тегелә.

Рафиҡ Әхмәтшин.