Стәрлетамаҡта республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы өсөн яңы бина төҙөкләндерелә

Бөгөн ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафикова ремонт барышы менән танышты. Элекке технология колледжы бинаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына тапшырылды. Әле бында капиталь ремонт бара.

“Яңы бинала студенттарға сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла”, - тине Әминә Шафиҡова.

Стәрлетамаҡта республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы өсөн яңы бина төҙөкләндерелә

Ремонт эштәре “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла. Төҙөлөшкә 119 миллион һум йүнәлтелгән.

#нацпроект #минкульт #стерлитамак

;